Киләһе йылдан йәштәр менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы арттырыла

Был турала Радий Хәбиров Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт коммитетының беренсе коллегия ултырышында белдерҙе. Урындағы власть органдарында йәштәр менән эшләүсе белгестәрҙең хеҙмәт хаҡы үтә лә түбән.

Йыш ҡына уларҙың уңыштары энтузиазмға ҡоролған. Заман шарттарын иҫәпкә алғанда уларҙың эш хаҡын арттырыу көн талабы, тине республика башлығы. Сөнки тап әлеге, цивилизация, ил үҫешендә һынылышлы мәлдә йәш быуын иғтибарға мохтаж. Уларҙы дөрөҫ юлға йүнәлтеү тап лидерҙар иңендә.

Йәштәр Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтың 27 процентын тәшкил итә. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында, ә Рәсәйҙә етенселә. Республика йәштәр хәрәкәте, ойошмалары күплеге буйынса ла алдынғылар иҫәбендә.

Май айында ғына Радий Хәбиров һәр районда йәштәрҙең үҙ йорто, тупланыр үҙәге булырға тейеш, тигәйне. Бындай урындарҙы булдырыу өсөн йыл һайын илле миллион һум аҡса бүленә.

Айнур Кәбиров