Өфөлә «Славян хороводы» халыҡ-ара йәштәр мәҙәни-мәғрифәт форумы үтте

Форумда Башҡортостандың һигеҙ районы, Беларусь, Донецк халыҡ республикалары йәштәре ҡатнаша. Форум хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Славян хороводы» республикала беренсе тапҡыр ойошторолдо. Этнофорум Өфө дәүләт нефть техник университеты майҙанында «Милли кейемдәрҙә халыҡ мәҙәните биҙәктәре»тигән ғилми-ғәмәли конференциянан башланды. Халыҡ-ара славян йәштәре форумы өсөн был майҙан юҡҡа ғына һайланмаған.

Юғары техник уҡыу йортонда донъяның төрлө төбәктәренән 50-нән ашыу милләт йәштәре белем ала. Этнофорумда ҡатнашҡан Башҡортостан студенттары украин, белорус йәштәре менән аралашып, мәҙәни һәм этнографик белемдәрен тулыландырҙы, милли кейем өлгөләре менән танышты, яңы дуҫтар тапты.

25 июндә бөтә донъяла Славян халыҡтарының дуҫлыҡ һәм берҙәмлек көнө билдәләнә. Был көндө өс йөҙ миллиондан ашыу славян вәкиле билдәләй. Башҡортостанда 17 меңдән ашыу белорус халҡы ғүмер итә. Улар беҙҙең төбәккә 19-сы быуат аҙаҡтарында һәм 20-се быуат башында Гродненск, Могилев, Брест губернияларынан күсенеп Иглин районында төпләнгән. 1996 йылда үҙҙәренең мәҙәни үҙәген булдырған. Белорусия делегацияһы Балтика тарихи-мәҙәни үҙәге менән дә танышты. Башҡорт тирмәһендә милли ризыҡтар менән һыйланды. Брест өлкәһе Жабенко районы йәштәрен иһә башҡорт ҡунаҡсыллығы һәм ҡурай моңо әсир иткән.

Беҙ Балтика ауылында ҡунаҡта булдыҡ. Унда бынан бер быуат элек күсенеп килгән белорустар төпләнгән. Телде, мәҙәниәтте юғалтмағандар. Музейҙары экспонаттарға бик бай.

Ульяна Дырман, Брест өлкәһе Жабенко районы Хмелев урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы, /Беларусь республикаһы/

Ҡурай моңон тәүгә ишетеп, хайран ҡалдым. Тәнем зымбырҙап ҡуйҙы. Шундай илаһи моң күңелде күтәрә, был тәьҫораттарҙы ябай һүҙҙәр менән аңлатырлыҡ түгел.

Карина Коваленок, Брест өлкәһе Жабенко районы Хмелев урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы, /Беларусь республикаһы/

Этнофорум барышында Иглин һәм Жабенко райондары араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул ҡуйылған. Хатта мәҙәни мираҫ өлгөләре булған таҫтамалдарыбыҙ ҙа Белорус һәм башҡорт нағыштарында оҡшашлыҡтар барлығын күрһәтә, тигән фекерҙә этнофорум ҡунағы Эльвира Левшевич.

«Славян хороводы» этнофорумы мәҙәни инициативалар фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Этнофестивалдә ҡатнашыусы йәштәр мәҙәни осрашыуҙар аша славян халыҡтары тарихы, мәҙәниәте, этнографияһы менән тәрәнерәк таныша алыу мөмкинлегенә эйә. Мәҙәниәт һәм мәғрифәт этнофорумы Рәсәй – Беларусь, Донбасс араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Эльвира Левшевич, «Шишмә» башҡорт-татар мираҫы халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе /Беларусь республикаһы/

Гүзәл Борханова