Радий Хәбиров Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумында ҡатнаша

Был аҙнала Гродно ҡалаһында Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы үтә. Эшлекле йыйын төбәк-ара хеҙмәттәшлек темаһына арнала. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Бөгөн  республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.  Ул шулай уҡ июлдә буласаҡ бер нисә мөһим ваҡиғаны атаны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Гродно ҡалаһында буласаҡ форумда Беларусь һәм Рәсәй араһында 20-нән ашыу ҙур килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡарала.