Башҡортостанда йыл аҙағынаса ике полилингваль мәктәп асыла

Башҡортостанда йыл аҙағынаса ике полилингваль мәктәп асыла. Бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин шул турала белдерҙе. Аҡъяр ауылы һәм Учалы ҡалаһында полилингваль мәктәптәр эшләй башлай. Мишкә ауылында мари телле гимназия асыу ҡарала. Мәктәп бинаһына капиталь ремонт өсөн 84 миллион һум бүленгән. Бынан тыш, Бишбүләк районында сыуаш телле полилингваль мәктәп була. Асҡын ауылында ла яңы мәктәп-интернат һәм балалар баҡсаһын проектлау башлана. Төҙөлөш 2024 йылға тәғәйенләнгән.