Ҡояшлы Аҡтау Башҡортостандан туристарҙы ҡабул итте

Ҡояшлы Аҡтау Башҡортостандан туристарҙы ҡабул итте. Бөгөн Өфөнән Ҡаҙағстандың Каспий диңгеҙе буйында урынлашҡан курорт-ҡалаһына беренсе рейс осто. Пассажирҙарҙы Sukhoi Superjet 100 самолеты хеҙмәтләндерә. Авиарейс аҙнаһына бер тапҡыр, һәр дүшәмбе, башҡарыла.