Башҡортостан халҡын юлдар һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре борсой. Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙналағы төп мөрәжәғәттәрҙе атаны. Юлдар сифатына бәйле ялыуҙар бер аҙ кәмеһә лә, был тема элеккесә беренсе урында ҡала. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошона бәйле мөрәжәғәттәр күбәйгән. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ямғыр һыуҙарының подвалдарға үтеп инеүенә зарлана.