Башҡортостанда юлсылар ремонт эштәрен билдәләнгән ваҡытҡа башҡарып өлгөрмәгән. Республикала юл соҡорҙарын ямау 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш ине. Һуңлатыуҙың сәбәбе һауа шарттары менән бәйле, тип белдерҙе бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАлександр Булушев район хакимиәте башлыҡтарына 10 июлгә тиклем юлдарҙы тикшереп сығырға, етешһеҙлектәрҙе теркәргә һәм һанлы форматҡа күсерергә ҡушты. Соҡорҙар 20 июлгә ямалырға тейеш.