Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары каникул ваҡытында эшсе һөнәренә өйрәнә. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала федераль проект тормошҡа ашырыла. Ул “Каникулда һөнәри йүнәлеште билдәләү мәктәбе” тип атала. 5-11 класс уҡыусылары өсөн 49 смена ойошторола. Унда айырым төркөмгә ҡараған 750-нән ашыу егет һәм ҡыҙ йәлеп ителә. Проектта 10 колледж ҡатнаша. Үҫмерҙәр 7 көн дауамында урта һөнәри уҡыу йортонда төрлө һөнәр үҙләштереп үҙҙәрен һынап ҡарай аласаҡ.