Хәүефһеҙлек ҡушымтаһы. Балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы енәйәтселәрҙән ҡотҡарыу өсөн мобиль ҡушымта уйлап табыусы Ринат Фәзетдинов программа менән файҙалынырға саҡыра. «Лис» тип аталған ҡушымта телефонда булған осраҡта ярҙамға мохтаж кеше полициянан тыш, ябай кешеләрҙе сигнал менән саҡыра ала. Интернет селтәре аша эшләгән бушлай ҡушымта йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡларға булышлыҡ итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ринат Фәзетдинов балаларҙы педофилдарҙан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы енәйәтселәрҙән һаҡлау өсөн мобиль ҡушымта уйлап тапҡан. Ярҙам һораусы телефонындағы ҡушымтаһында СОС тигән кнопкаға баҫҡас, яҡын тирәләге кешеләргә сигнал килә. Полиция хеҙмәткәрҙәре алыҫ булған осраҡта, был ҡушымта менән таныш ябай граждандар енәйәт эшен кисектерергә булышлыҡ итә ала. Мобиль ҡушымта 10 километр алыҫлыҡҡа тиклем ярҙамға әҙер шәхестәрҙе эҙләй.
Ринат Фәзетдинов – үҙе ике бала атаһы. Кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн мобиль ҡушымтаны осраҡлы ғына уйлап тапмаған. Эшҡыуар 2013 йылда Яр Саллы ҡалаһында урлап үлтерелгән Василиса Галицинаны эҙләүҙә ҡатнашҡан. Кеҫә телефоны булып та ярҙам саҡыра алмаған ҡорбандар араһында балаларҙан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар йәки өлкән йәштәге кешеләр булыуы мөмкин.
Программа менән файҙаланыу өсөн телефонда интернет эшләргә тейеш. 1 июндән ҡушымтала меңләп бала теркәлгән. Башҡортостанда йыл башынан балаларға бәйле 2700 күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Программаның авторы билдәләүенсә, маҡсат – балаларға ҡарата ҡылынған енәйәт осраҡтарын мөмкин тиклем кәметеү.
Флорида Ким