Асыҡ һауала геологик музей, Салауат Юлаевтың төйәгендә мемориаль комплекс һәм «Ҡарауанһарай» энтографик комплексы булдырыласаҡ. Ошо һәм башҡа һорауҙар «Янғантау» геопаркында үткән ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре милли советы ултырышында ҡаралды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
«Янғантау» геопаркы туристарҙы ғына түгел, тотош ил ғалимдарын йәлеп итә. Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә тәүгеләрҙән булып Бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә ингән геопарк тәжрибә үҙләштереү майҙансығына әйләнгән. Бында 20-нән ашыу геологик объект берләшкән, уларҙың өсәүһе – халыҡ-ара, 10-ы милли әһәмиәткә эйә.
«Алтын ҡаҙаҡ» тип геологтар ниндәй ҙә булһа бик боронғо осорҙо иҫәпләй башлау нөктәһен атай. Ғалимдар Мәсетле геологик киҫелеше Пермь системаһының Көнгөр ҡатламына ҡарағанын билдәләй. «Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре милли советын ҡабул итте. Ултырышта Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия ағзалары, Милли кординация үҙәге һәм төбәк координаторҙары ҡатнашты. Сарала көнүҙәк һорауҙарҙы ҡарауҙан тыш, яҡын киләсәккә эш йүнәлештәре билдәләнде.
Бынан тыш, республика колледждарын үҫтереү һәм уларға яңы һулыш биреү маҡсатында ЮНЕСКО үҙәген булдырыу күҙаллана. Уның нигеҙендә геопарк белгестәре әҙерләнәсәк, атап әйткәндә, әлеге ваҡытта реставраторҙарға ҡытлыҡ бар.
Илдә 368 ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе иҫәпләнә, уларҙың 39-ы беҙҙең республикала эшләп килә. «Янғантау» иһә Башҡортостан геопарктарының «тәүге ҡарлуғасы». Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашыуҙа «Янғантау» биләмәһен артабан да үҫтереү дауам итәсәген белдерҙе. Әле үк өс туристик объект өҫтөндә эш бара. «Мәсетле» геологик музейы, «Ҡарауанһарай» этнографик һәм «Салауат ере» тарихи комплекстары төҙөлә.
Григорий Орджоникидзе ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исемлегенә инергә дәғүә итеүсе «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә ҡунаҡҡа саҡырылды. 9 июлдә Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы асыласаҡ. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә илдә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО кафедраһын асыу һорауҙары ҡаралды.
Әлфинә Килдейәрова