Алтынсы тапҡыр ойошторолған мәҙәни сара өс көн дауам итте. Гала-концертта хедлайнерҙар булараҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов менән «Дискотека авария» төркөмө сығыш яһаны. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина тамаша ҡылды.
Йәштәр көнөнә арналған байрам саралары «Торатау» конгресс-холының амфитеатрында дауам итте. Бында «Евразия йөрәге»нең гала-концертын ҡарарға меңдәрсә кеше йыйылды. Улар алдында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең билдәле эстрада йондоҙҙары сығыш яһаны. Сәхнәлә төрлө жанрҙағы һәм стилдәге музыка яңғыраны.
Фестивалдең һуңғы көндәге концерт программаһы «Дәрүишхан» төркөмөнөң популяр хиттары менән байытылғайны. «Бишбармаҡ» оркестры коллективы халыҡты ҡурай, барабан, гитарала уйнап башҡорт көйҙәренә бейетте.
«Евразия йөрәге»ндә федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, тәфтиш комитеты, прокуратура һәм эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең йыйылма вокал ансамбле лә сығыш яһаны. Коллектив патриотик композициялар башҡарҙы. Фестиваль ҡунаҡтары булараҡ Бүрәт республикаһының «Намгар» этно-төркөмө лә саҡырылғайны. Улар монгол халыҡтарының фольклоры менән таныштырҙы. Коллектив Башҡортостанда тәүгә генә сығыш яһамай. Улар – «Евразия йөрәге»нең 2016 йылғы ҡунаҡтары.
Өфөлә ойошторолған халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә тамашасылар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылды. Амфитеатрҙа ғәҙәттәгесә алма төшөрлөк тә урын булманы тиерлек.
Гала-концерттың хедлайнеры булараҡ Сергей Трофимов саҡырылғайны. Музыкант билдәле лирик йырҙарын башҡарып, тамашасыларҙы сәхнәгә сығарып уҡ бейетте. Концертҡа тиклем Трофим Өфө буйлап йөрөп килгән, археология һәм этнография музейында һаҡланған «Сармат алтыны» коллекцияһы менән танышҡан.
«Дискотека авария» төркөмө лә майҙанда күңел асыусыларға байрам кәйефе бүләк итте. Ижади коллектив Башҡортостанда сығыш яһарға ярата, улар республиканы икенсе Швейцарияға тиңләй.
Гала-концерт «Евразия йөрәге» фестивале гимны менән тамамланды. Әйткәндәй, өс көн дауам иткән күләмле мәҙәни сараның тура трансляцияһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла күрһәтелеп, меңдәрсә кешене экрандар алдына йәлеп итте.
Гөлназ Хәйбуллина