Матур йола республиканың 13 район һәм ҡала вәкилен берләштерҙе. Сағыу тамаша «Аҡ тирмә» фольлор коллективының сығышынан башланды.
Байрамда ҡатнашыусылар иғтибарына «Ҡарға бутҡа»һы йолаһынан өҙөк тәҡдим ителде. Милли уйындар менән үрелеп барған майҙанда тирмәләр ҙә ҡоролғайны. Теләгән һәр кем башҡорт мәҙәниәте атрибуттары менән таныша алды.