Университеттарҙа быйыл маҡсатлы килешеү төҙөү яҡлы булыуҙарын белдерәләр. Был ысул уҡыу йорто, буласаҡ студенттар һәм хатта эш биреүселәр өсөн дә отошло. Уның үҙенсәлектәре менән Башҡорт дәүләт университеты ҡабул итеү комиссияһы нигеҙендә БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин танышты.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика, шәрҡиәт һәм африканистика факультетына ғаризалар ҡабул ителә. Хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, тел ғилеменә иғтибар кәмемәй. Абитуриенттар өсөн һайлау мөмкинлеге бар. Биш йыл тәнәфестән һуң журналистика бүлегенә бюджет урындары асылған.
Шәрҡиәт һәм африканистика йүнәлеше буйынса уҡырға инергә теләүселәргә 6 көнсығыш телен үҙләштереү тәҡдим ителә. Азия дәүләттәре менән хеҙмәттәшлек даирәләре киңәйген осорҙа хеҙмәт баҙарында ҡытай, япон, корея, ғәрәп, төрөк һәм фарсы телдәрендә иркен аралашҡан белгестәргә ихтыяж ҙур, ти ҡабул итеү комиссияһы ағзалары.
Студенттар ҡулына диплом алғандан һуң, юғалып ҡалмаһын өсөн уҡыу йорттары маҡсатлы килешеүҙәр төҙөү яҡлы. Башҡорт дәүләт университетында быйыл бындай абитуриенттар өсөн өҫтәмә 450 урын бүленгән. Университетта дәүләт һәм муниципаль учреждениелар йәки предприятиелар менән төҙөлгән килешеүҙәр ҡабул ителә. Төп шарт, студент ҡулына диплом алғандан һуң ойошмаһына ҡайтып 3 йыл эшләргә тейеш буласаҡ.
Башҡорт дәүләт университеты киң профилле белгестәр әҙерләгән классик уҡыу йорто. Ул 5 институт 10 факультет һәм республика район-ҡалаларында 4 филиалды берләштерә. Университет ғәмәлгә ашырылған төп белем биреү программалары ғына 250-нән ашыу.
Башҡортостан уҡыу йорттарына быйыл 7 йүнәлеш буйынса ғариза тапшырырға мөмкин. Документтар онлайн тәртиптә лә ҡабул ителә. Абитуриенттар өсөн комиссиялар 20 июлгә тиклем эшләй.
Рафиҡ Әхмәтшин