Башҡортостан инвалид балаларҙы реабилитациялау өсөн федераль грантҡа эйә булды. Быйыл беҙҙең республикаға яҡынса 9 миллион һум күсерелә. Дөйөм алғанда, программаны тормошҡа ашырыуға 17 миллион ярым һум тотонола. Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙыуынса, грант аҡсаһы инвалид бала тәрбиәләгән атай һәм әсәйҙәргә ярҙам итеү маҡсатынан файҙаланыла. 16 район һәм ҡалалағы реабилитация үҙәктәрендә курстар ойошторола. Ике йылда унда 36 меңдән ашыу ата-әсәне йәлеп итеү ҡарала.