Радий Хәбиров “Сәләмәт йылмайыу” программаһы үтәлеше менән таныштырҙы

Радий Хәбиров “Сәләмәт йылмайыу” программаһы үтәлеше менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, “Ҡанатлан!” мәғариф проекты барышында мәктәптәрҙә 68 теш табибы бүлмәһе асылды. Быйылғы уҡыу йылында 86 меңдән ашыу уҡыусы стоматологҡа күренгән. Уҡытыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Йыл аҙағынаса тағы 12 мәктәптә теш табибы бүлмәһе эшләй башлаясаҡ, тип яҙа Радий Хәбиров.