Мария һәм Наталья бәхетле булһын! Республикала “Теләктәр йәйе” акцияһы Луганск халыҡ республикаһы балаларының хыялын тормошҡа ашыра. Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова бөгөн Донбастан мәжбүри күсеүселәр йәшәгән “Березка” пунктында булды. Ул Мария һәм Наталья исемле ҡыҙҙарға бүләк тапшырҙы. “Балаларҙың йылмайғанын күреүҙән дә шатлыҡлыраҡ мәл юҡтыр”, - ти депутат.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Теләктәр йәйе” акцияһы июнь аҙағына тиклем дауам итә. Проектты “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ойоштора.