Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө рәсмиләштерелде

Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө рәсмиләштерелде. Президент Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Яңы байрам 8 июлдә билдәләнә. Дата традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәр һәм балаларҙы рухи-әхлаҡи тәрбиәләү маҡсатынан булдырылды.