Яҙғы ташҡын осорондағы эш һөҙөмтәләре ҡаралды

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, эҙемтәләрен бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса комиссияның сираттағы ултырышы уҙҙы. Уны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов алып барҙы.

Ултырышта яҙғы ташҡын осорондағы эш һөҙөмтәләре ҡаралды. Сөнки быйыл һыу баҫыу зонааларын кәметеү буйынса яңы алымдар ҡулланылған, өҫтәмә көстәр йәлеп ителгән. Тәжрибә уңышлы булған осраҡта уны киләһе йыл да ҡулланыу мөмкинлеге ҡарала.

Быйылғы ташҡын тау йылғаларының ярһыулығы һәм дала йылғаларының тыныслығы менән айырыла. Бөтәһе 45 йорт һәм 100-ҙән ашыу ихата һыу аҫтында ҡалған. Был алдағы йылдар менән сағыштырғанда, әҙерәк.

Белгестәр әйтеүенсә, быйыл ташҡын менән көрәшкә тәүге тапҡыр янғын-ҡотҡарыу отряды йәлеп ителгән, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары менән күнекмәләр үткәрелгән. Боҙ тығылыу ихтималлығы булған зоналарҙа шартлатыу эштәре алып барылған.

Рәмзиә Кәримова