Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге билдәләнде

Яңы составтың тәүге ултырышында йәшерен тауыш биреү юлы һөҙөмтәһендә рәйес булараҡ Илона Макаренко ҡалды, уның кандидатураһын Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы тәҡдим иткәйне.

Комиссия рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов менән секретарь Марина Долматова шулай уҡ бер тауыштан һайланып, быға тиклемге вазифаларында эшмәкәрлектәрен дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары вәкәләттәре биш йылға иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә яңыртылған состав алдына яуаплы бурыстар ҡуйылған.

Киләһе йыл Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар өсөн тауыш биреү ойошторолһа, 2024 йылда бер юлы ике һайлау кампанияһы көтөлә – Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан башлығы билдәләнә. Артабан Дәүләт Думаһына, шулай уҡ урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлау була. Эш күләме ҙур.

Илона Макаренко, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Гөлназ Хәйбуллина