Йәш уйлап табыусының исеме – Вәсил Хәйруллин. Ул Арҡауыл ауылында йәшәй. Вәсил менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө осрашты, Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Был – Вәсилдең икенсе инкубаторы. Ҡоролма ябай материалдарҙан эшләнгән. Иң мөһиме: инкубатор эсендә һәр саҡ тейешле температураны тотоу мотлаҡ. Тауыҡ себештәре өсөн яҡынса 37-38 градус йылы кәрәк. Дымды һаҡлау маҡсатында бәләкәй һауыттар менән һыу ултыртылған.
Өй инкубаторын эшләү нескәлектәре менән Вәсил интернет селтәрендә таныша. Ата-әсәһе, малайҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән ҡоролманан тәүге себештәр морон төртә башлар, тип уйламай ҙа. Тәүге йыл барлығы 16 бәпкә сығарып ҡыуаналар.
Көҙ һаналыр себештәр яҙ морон төртә. Быны 11 йәшлек Вәсил яҡшы аңлап тауыҡтар һалған йомортҡаларҙы ҡотҡара башлай. Әле инкубаторҙа 10 йомортҡа. Уларҙы көнөнә бер нисә тапҡыр әйләндереп тороу мотлаҡ. Яңылышмаҫ өсөн Вәсил уларға билдә ҡуйып сыҡҡан. Быйылғы тәүге ҡошсоҡтар тышта, саф һауала тәрбиәләнә.
Вәсил уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография һәм фортепиано түңәрәктәренә йөрөй. Төрлө конкурстар призеры, былтыр Салауат районы башлығы стипендиаты ла була. Шулай уҡ һүрәт төшөрөргә һәм баскетбол уйнарға ярата. Өйҙә ул себештәрҙе ҡарауҙан тыш, ике ҡуян һәм эт аҫрай.
Әлфинә Килдейәрова