400 йыллыҡ тарих һаҡлаған ауылға иман ҡайтты

Ейәнсура районы Өмбәт ауылында «Атайсал» проекты сиктәрендә мәсет асылды. Тантаналы сара төбәктә үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында файҙаланыуға тапшырылды. Ошо уңайҙан иман йортонда тәүге намаҙҙар уҡылды, вәғәздәр тыңланды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Был көндө өмбәттәр быуатҡа яҡын көткән. Ҡасандыр мәсет манараһы ҡолатылып, бушап ҡалған ауыл ниһайәт, иман нурына ҡойондо. Тәүге йәмәғәт намаҙы уҡылды. Йөҙҙәрсә кеше ғибәҙәт ҡылды.

Ауылдаштарҙан берәүҙәр тотошьхеҙмәт хаҡын, пенсияһын, бәғзеләр хатта, Хажға барыр аҡсаһын мәсет төҙөлөшөнә индергән. Өмбәттәр Кесе Ватанына оло һөйөүен шулай күрәһткән. Халыҡтың берҙәм көсө ярҙамында мәсет бер йыл эсендә сафҡа ингән.

Берҙәм халыҡ Өмбәт ауыл мәҙәниәт йортон да төҙөкләндергән. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып улар мәҙәниәт усағын яңыртҡан. Хәҙер бында ла республика театр-концерт артистарын ҡаршы алырлыҡ шарттар тыуҙырылған.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы Өмбәт ауылында тыуып-үҫкән яҡташтарҙы бергә йыйҙы. Сара туған-тумасаларҙы ғына түгел, класташтарҙы, ҡасандыр ауылда йәшәп китеүселәрҙе бер-береһе менән осраштырҙы. Ейәнсуралар ҡунаҡтарҙы һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр менән ҡаршы алды. Һәр урам вәкилдәре үҙ аш-һыуын тәҡдим итте.

Өмбәт – Үҫәргән ырыуының боронғо башҡорт ауылы. Уға 400 йыл самаһы элек нигеҙ һалынған. Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, төбәктең тиҫтәләп ауылы тап Өмбәткә бәйле.

Байрам артабан, шулай уҡ күптән түгел «Атайсал» проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән Көнтөшмәҫ шишмәһе буйындағы аҡланда дауам итте. Килгән халыҡ йыр-бейеүҙәргә тамаша ҡылып, милли уйындарҙа ҡатнашып, күңеле булып тыуған йорттарына таралышты. Әйткәндәй, быйыл Ейәнсура районының 15 ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтер тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин