Йәнтештең алтын ҡуллы оҫтаһы

Ғүмерлек шөғөл. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәүсе Юныс Иштанов тыуған яғында ағас эше оҫтаһы булараҡ билдәле. Уҙаман хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ихатаһындағы станоктар эргәһенән китмәй. Шул уҡ ваҡытта урманда шифалы үләндәр йыйып, сәй ҙә әҙерләй. Йүнсел менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө лә осрашты.

Юныс Иштанов, 70 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер минут та тик ултырғандарҙан түгел, ҡул эшенә оҫта. Материал артынан ауылды уратып алған урман-тауҙарға сыға, ҡолап ятҡан йә булмаһа серей башлаған ағас-түмәрҙәрҙе йыйып, уларға яңы һулыш бирә – таҙарта, эшкәртә, йыша, шулай итеп төрлө һауыт-һаба, көндәлек тормошта кәрәкле әйберҙәр яһай.

Ағас эше менән бала саҡтағы ҡыҙыҡһыныуы ғүмер буйы оҙата килә Юныс Рәхимйән улын. Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, күңел тартҡан шөғөлгә ваҡыт та иркенәйә. Ҡымыҙ йәки май бешеү өсөн көбө яһау үҙенә күрә ҙур оҫталыҡ талап итә.

Йүнсел тимер менән дә оҫта эш итә. Улдары менән бергә пилорам төҙөгән, таҡта бысыу менән шөғөлләнә. Ағас һауыттар яһау өсөн үҙ ҡулы менән станок та яһап алған. Шул уҡ ваҡытта Юныс Иштанов йылына уртаса мең ярым миндек бәйләп тә, килем ала.

Юныс Иштанов ағас, тимер эше буйынса мәктәп уҡыусыларына оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Уҙаман билдәләүенсә, үҫеп килгән быуын араһында был шөғөлгә күңеле менән тартылыусылар күп.

Гөлназ Хәйбуллина