Республикала йод менән байытылған йогурт етештерелә башланы. “Һөт кухняһы” ризығы һатыуға сығарылған. Башҡортостан йод ҡытлығы күҙәтелгән төбәктәр исемлегендә. “Был матдә етешмәгән осраҡта, ҡайһы бер ауырыуҙар барлыҡҡа килергә мөмкин”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Зәкиә Тереғолова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыға тиклем йодланған йогурт менән 90-ға яҡын балалар баҡсаһы һәм мәктәп тәьмин ителде. Яңы уҡыу йылынан уҡыусыларға ошо продукт таратылған тәрбиә һәм белем усаҡтары арттырыла. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ризыҡты “Һөт кухняһы”ның таратыу пункттарында һатып алырға мөмкин.