Бөгөндән электрон хеҙмәттәшлек тураһында ҡанун көсөнә инде. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте, Күп функциялы үҙәк ҡағыҙһыҙ документ әйләнешенә күсә. Был сара хеҙмәттәрҙе тиҙ арала электрон тәртиптә күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек буйынса килешеүҙәр, кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм комплекслы хеҙмәттәргә ҡағыла.