Республика юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы бара. Башҡорт дәүләт университеты - киң профилле белгестәр әҙерләгән классик уҡыу йорто. Вуз 5 институт, 10 факультет һәм республика район-ҡалаларында 4 филиалды берләштерә. Башҡорт филологияһы, журналистика, шәрҡиәт һәм африканистика факультетына уҡырға инергә теләүселәргә 6 көнсығыш телен үҙләштереү тәҡдим ителә, ти Шәрҡиәт һәм башҡорт теле ғилеме кафедраһы доценты Лилиә Абдуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАбитуриенттар уҡыу йортона килеп, почта аша йәки электрон тәртиптә документ тапшыра ала. Быйыл республика вуздарында 13 мең ярым бюджет урыны булдырылған.