1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү арта

1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең уртаса индексы 4,4 процентҡа арта.  Рәсәй хөкүмәтенең ошо туралағы ҡарары бар. Шул уҡ ваҡытта тарифты 2 процентҡа күтәреү мөмкин, тик ул дөйөм алғанда 6,4 проценттан күберәк булмаҫҡа тейеш. Ай башынан электр энергияһына хаҡ 5,1, тәбиғи газға 3 процентҡа ҡиммәтләнә.