Башҡортостанда оло йәштәгеләр социаль турҙар барышында шифаханаларҙа ял итә ала. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы пенсионерҙар, инвалидтар һәм етем балалар өсөн социаль турҙар исемлеген раҫланы. Оло йәштәгеләр һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр “Янғантау”, “Яҡтыкүл”, “Красноусол”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Ҡарағай” шифаханалары һәм башҡа урындарҙа ял итә ала. Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре республика буйлап экскурсия барышында Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Янғантау”, “Торатау” геопарктарына, ҡурсаулыҡтарға бара ала.