Радий Хәбиров республикала подъездар ремонты барышы менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл 23 муниципалитетта 304 йортта 896 подъезды төҙөкләндереү бурысы тора. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда ике ярым тапҡырға күберәк. Программа өсөн 493 миллион һум бүленгән. Әле 69 йорттағы 198 подъезда ремонт тамамланған. Төҙөкләндереүгә халыҡ йәлеп ителә. Улар диуар төҫөн, плитаны үҙҙәре һайлай, ремонтты күҙәтә. Подъездар өсөн 5 йыллыҡ гарантия бирелә, тип яҙа Радий Хәбиров.