Республикала инвесторҙарға тире эшкәртеү менән шөғөлләнергә тәҡдим итәләр. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы яңы проект әҙерләгән. Көйөргәҙе һәм Стәрлетамаҡ райондарында майҙансыҡтар һайлап алынған. Проект 208 миллион һумға баһалана. Беҙҙең республика һыйыр малы иҫәбе буйынса илдә 3-сө урында. Шуға тире эшкәртеү бизнесы ҙур мөмкинлектәргә эйә, тип белдерә эксперттар.