Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһенә заявкалар ҡабул ителә

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһенә заявкалар ҡабул ителә. Унда үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнаша ала. Конкурс сентябрҙә Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында үтә. “Бәйге сиктәрендә быға тиклемге конкурстар еңеүселәре, халыҡ йырсылары, бейеүселәр ҡатнашлығында концерттар ойошторола”, - ти Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек етәксеһе Эльвира Әхмәтйәнова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Йомабай Иҫәнбаев – ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Милли сәнғәтте сит илдәрҙә күрһәткән беренсе ҡурайсы.