Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙы тикшереүҙең 3 меңдән ашыу осрағы кисектерелгән. Премьер-министр Андрей Назаров был хаҡта Петербург халыҡ-ара юридик форумында белдерҙе. Республика Хөкүмәте етәксеһе эшҡыуарлыҡ иркенә бәйле сессияла сығыш яһаны. Андрей Назаров әйтеүенсә, бизнесҡа административ баҫымды кәметеү өҫтөндә етди эш алып барыла. Бының өсөн ҡануниәтте тәртипкә килтерергә кәрәк.