Рәсәйҙә бөтә ҡағыҙ аҡсалар яңыртыла. Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, 2022-2025 йылдарҙа яңы купюралар сығарыла. Һәр ҡағыҙ аҡса айырым федераль округҡа тәғәйенләнә. Волга буйы федераль округының билдәле урындары 1 мең һумлыҡ банкнотала төшөрөлә. Ул киләһе йылда әйләнешкә сығыуы көтөлә. Бөгөн Рәсәй банкы яңыртылған 100 һумды тәҡдим итә.