Был бер ҙә шаярыу түгел, сөнки райондарҙың административ комиссиялары «Ангел» тип аталған система менән тәьмин ителде.
Автоматлаштырылған мәғлүмәти система ярҙамында хәҙер рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡалдырылған автомобилдәр күберәк асыҡланасаҡ. Был үҙ сиратында комиссия ағзаларының эшен камиллаштырырға, һалынған штрафтарҙы йыйырға мөмкинлек бирәсәк.
Комплекстың нисек эшләүе менән журналистарҙы Ленин районының административ комиссияһы вәкилдәре таныштырҙы. Тәжрибә майҙансығы булараҡ улар Медицина-генетика үҙәген һайлаған. Көн һайын учреждение парковкаһы автомобилдәр менән тула. Шуға ла урын ҡалмаған водителдәр транспорттарын газонда ҡалдырырға мәжбүр.
Миҫал итеп, ошо «Фольксваген Туарег» хужаһын атарға мөмкин. Белгестәр закон боҙоусының автомобилен планшетҡа теркәне. Дәүләт автоинспекцияһы артабан программаға килгән фотодәлилдәр буйынса водителгә хат ебәрәсәк.
Илдар Байбулатов