Районда 362 миллион һумлыҡ 9 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 105 эш урыны булдырылған. Автоматлаштырылған заманса урман эшкәртеү комплекстарын ҡулланыусыларҙың эше менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова танышты.
Ҡариҙел районы республикала беренселәрҙән булып урман етештереүҙә автоматлаштырылған комплекстар ҡуллана башлай. Харвестер һәм форвардерҙарҙы район биләмәләрендә эшләүсе өс хужалыҡ 2021 йылда һатып ала. «Рассвет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә юғары технологиялар ярҙамында урман етештереүгә районда тәүгеләрҙән булып тотонғандар.
Тиҫтә йылдар элек заманса техника хаҡында хыял ғына итһәләр, хәҙер Ҡариҙел урмансылары үҙҙәре үк был техника ағас әҙерләй. Ике машинанан торған юғары етештереүсәнле ағас етештереү комплексы 25 кешенән торған биш бригаданың эшен башҡара. Комплекс ярҙамында сәғәтенә 30-35 кубометр ағас эшкәртергә мөмкин.
Ағас йығыу, ботаҡлау һәм бысыу урмандан сыҡмайынса делянка биләмәһендә үк башҡарыла. Ағасты эшкәртеү технологияһы урманда экологик балансты көйләргә булышлыҡ итә. Ағас ҡалдыҡтары юғалтылмай Өфөләге махсус заводтарға оҙатыла. Модернизациялы автоматлаштырылған техниканың уңайлыҡтарын операторҙар үҙҙәре лә юғары баһалай.
Тат-Ҡоҙашта эшҡыуар Илназ Хисмәтуллин 19 гектар урманды 49 йылға арендаға алған. Заманса техника, урман ташыуға КАМАЗ һатып алыуға Хөкүмәттән судсидия бүленгән. Мөмкинлек менән быйыл да файҙалана аласаҡтар. Бишенсе быуында урмансылар династияһын дауам итеүсе етәксе 20 кешегә эш урыны булдырған. Урманда ағас етештереү процессы тирә-яҡ мөхиткә зыян итмәй, тейешле технологияларҙы теүәл үтәп башҡарыла.
Илназ Хисмәтуллиндың ҡул аҫтында эшләүселәр автоматлаштырылған комплекс ярҙамында йылына 22 мең кубометр ағас эшкәртә аласаҡ. Ҡариҙел районы хакимиәте урман сәнәғәтен артабан үҫтереү сәйәсәтен эҙмә-эҙлекле алып бара. Ағас эшкәртеүҙә тулы цикл булдырылған индустриаль парк төҙөү, экспортҡа тауар әйләнешен арттырыу, яңы эш урындары булдырыу урман зонаһын төйәк иткән кешеләрҙең йәшәү кимәленә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова