Минең ерем. Бөрө районындағы Шәмсетдин күле буйында «Mia terra» тип атлған глэмпинг асылды. Тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн бөтә шарттары булған отель был аҙнала тәүге туристарҙы ҡабул итә башлай. Яңы глэмпингта БЮТ ижади төркөмө булып ҡайтты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева республикала эске туризмды үҫтереүҙә ҡатнашыусылар менән аралашты.
Шәмсетдин күле буйындағы урман эсендә туғыҙ глэмп урынлашҡан. Ҡала шау-шыуынан ял итер өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Палаткалар ике һәм дүрт кешелек.
Туристар өсөн еңел һәм тиҙ төҙөлә торған ял урыны булдырыу – Елена Классен-Морилованың идеяһы. Ошо маҡсатты улар Татьяна менән башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнеп тормошҡа ашырған.
Күп йылдар күсемһеҙ милек өлкәһендә эшләгән ханым социаль йүнәлештәге проект асырға ҡарар иткән. Тәүге глэмпинг өсөн Бөрө районының Шәмсетдин күле буйы, ун йылдан ашыу буш торған элекке балалар лагеры майҙаны һайланған. Турист объектына 20 миллион һумға яҡын аҡса һалынған.
Мискә формаһында мунсаһы, күлгә төшөү өсөн баҫҡысы ла бар. Кәмәлә һәм сап бордта йөҙөргә мөмкин. Илдәге һуңғы ваҡиғаларға бәйле, хозур тәбиғәтле Башҡортостанға туристар ағымы бермә-бер арта, үҙебеҙҙә йәшәүселәр ҙә ситкә китмәй, республикала ял итеүгә өҫтөнлөк бирә. Был йәһәттән глэмпингтар төҙөү отошло, ти инвесторҙар. Әле төбәктә турист базаһы асырға теләүселәр өсөн 111 ер участкаһы бар.
Был аҙна аҙағында, ял көндәрендә тәүге туристар ҡабул ителә. «Миа терра» глэмпингтары быйыл Туймазы районы Ҡандракүлдә, киләһе йылда Ғафури районындағы Аҡкүлдә , Ҡариҙел районындағы Павловка һыуһаҡлағысы янында ла барлыҡҡа киләсәк, тигән ниәттә проект авторҙары.
Рәмилә Исмәғилева