Өфө «Нур» татар дәүләт театры капиталь ремонтҡа ябылды

Мәҙәниәт учреждениеһының ҡыйығы яңыртыла. Төҙөкләндереү эштәре ижад миҙгеленә йомғаҡ яһағандан һуң башланып, сентябрь урталарына тиклем дауам итер тип көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Үҙенә күрә ювелир эш, тип атарға мөмкин. 30 йыл элек семәрләп һалынған театр ҡыйығын яңыртыу, түбә ябыусыларға бер ни тормай. Шулай ҙа тәжрибә тәжрибә менән булһа, хәүефһеҙлек саралары тәү сиратта ҡарала. Артур Хәбибуллин төҙөлөш тармағында дүрт тиҫтә йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә ул меңләп йорт ҡыйығын алыштырыуҙа ҡатнашҡан. Бөгөнгөһө үтә лә ҡатмарлы булыуын билдәләй.

Капиталь ремонт эштәре 30-сы ижад миҙгеле ябылғас та башлана. Һәм ул сентябрь урталарына тиклем дауам итер тип көтөлә. Төҙөкләндереү «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Бөгөн театр тулы составта йәйге ялға сыҡты. Коллектив яңы көс туплап августа эшкә сыға. Һәм яңы ижад миҙгелен асылғансы «Нур»ҙар Чечен республикаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй театрҙар фестивалендә ҡатнашырға иҫәп тота.

Азат Ғәлиуллин