Ҡала мөхите коляскала хәрәкәт итеүселәр өсөн уңайлымы? Өфө үҙәгендә биш йәшлек малай текә пандустан йығылған. Баланың әсәһе әйтеүенсә, ямғырҙан һуң тайғаҡ пандустан төшөп барғанда коляскала ултырған Арыҫлан асфальтҡа ауа. Артынса әсәһе лә тигеҙлеген юғалтып ҡолай.
Мәсьәлә менән ҡала хакимиәте башлығының уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләре буйынса кәңәшсеһе Рөстәм Нәбиев ҡыҙыҡһына. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.
Ҡаршылыҡ һыҙатына тарырмын, тип Лилиә Вәлиәхмәтова уйламай ҙа. Көтөлмәгән «ярышта» коляскала ултырған биш йәшлек улы зыян күрә. Мускул дистрофияһы менән ауырыған Арыҫлан үҙаллы хәрәкәт итә алмай. Пандустар ярҙамында менеү ҙә уға ауыр һынауға тиң. Айырыуса, ҡоролма талаптарға яуап бирмәгән саҡта.
Бәхеткә күрә, малайҙың аяҡ-ҡулдары зыян күрмәй. Шулай булһа ла, көн һайын яһала торған реабилитация күнекмәләрен Арыҫланға башы йүнәлгәнсе кисектереп торорға тура килә.
Был турала Арыҫландың әсәһе спортсы һәм блогер Рөстәм Нәбиевҡа хәбәр итә. Ул ай башынан алып Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтың баш ҡалала уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе.
Альпинизм тарихында яңы рекородтар ҡуйыусы яҡташыбыҙ был бейеклекте лә үрләй ала. Ләкин һынау ябайҙан түгел.
Пандустан һуң тәүге ишек моделле китапханаға илтә. Уның мөдире билдәләүенсә, биләмә күптән төҙөкләндереү талап итә, кем яуаплы – билдәһеҙ.
Был һорауға яуапты хәҙер ҡала хакимиәте эҙләй. Пандустың хужаһын эҙләгән кеүек. Өфө ҡала хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы ваҡиға урынын тикшереп, ысынлап та, етешһеҙлектәр булыуын раҫлай.
Яҡын арала Ленин районы хакимиәте вәкилдәре, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге ҡатнашлығында күсмә комиссия ойоштороу, пандусты ентекле тикшереү күҙаллана. Ҡала хакимиәте биләмәнең хужаһын асыҡлап, яуаплы кешеләрҙе билдәләргә вәғәҙә итә.
Әлфинә Килдейәрова