Республикала автомобилде эвакуациялау тарифтары ҡайтанан ҡарала

Республикала автомобилде эвакуациялау тарифтары ҡайтанан ҡарала. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, документ проекты әҙерләнгән. Ул интернет-порталда урынлаштырылған. Һәр кем документҡа бәйле фекерен ҡалдыра ала. Автомобилде эвакуациялау тарифын 2 мең ярым һумғаса күтәрергә тәҡдим ителә. Әле ул 1 мең ярым һум менән билдәләнгән. Бынан тыш, машинаны махсус туҡталҡала ҡалдырыу өсөн түләү хаҡы арта. 2020 йылда 26 мең ярым автомобиль эвакуацияланған. Бының өсөн 64 миллион һум килем алынған.