Башҡортостанда 1 миллион 100 меңдән ашыу кеше һалым түләүҙә социаль льгота менән файҙаланған. Вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, ойошмалар ҙа ташлама менән әүҙем ҡуллана. Компаниялар 2020 йылда 3 миллиард һум аҡса экономиялай алған. Республикала коронавирус йәки санкцияларҙан зыян күргән ойошмаларға һалым түләүҙә льгота бирелә.