Башҡортостанда “Эшҡыуар әлифбаһы” тип аталған уҡытыу программаһы тормошҡа ашырыла

“Эшҡыуар әлифбаһы”. Башҡортостанда ошолай тип аталған уҡытыу программаһы тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарҙар өсөн түләүһеҙ курстар киләһе аҙнала ойошторола. Эксперттар бизнес алып барыу буйынса кәңәштәр бирә, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге була. Былтыр “Минең бизнес” үҙәге 130 уҡытыу курсы үткәргән. Унда 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.