Мәскәүҙә ике йыллыҡ тәнәфестән һуң Һабантуй үтә. Милли байрам 2 июлдә “Коломенское” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә ойошторола. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Һабантуйҙа республиканың ижади коллективтары, башҡорт эстрадаһы йырсылары сығыш яһай. Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре башҡорт этноауылын тәҡдим итә, интерактив майҙансыҡтар эшләй, күргәҙмә-сауҙа була. Һабантуйҙа “Бәйге” башҡорт күп алышы буйынса ярыш уҙа, шулай уҡ милли уйындар үткәрелә.