Депутаттар халыҡ менән аралашырға тейеш. Бөгөн Республика Башлығы парламенттағы сығышында шулай тип белдерҙе. Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 45-се ултырышында ҡатнашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров республика парламенты депутаттарына рәхмәт белдерҙе. “Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа төрлө сәйәси көстәр бар. Әммә илебеҙҙең үҫешенә, уны халыҡ-ара аренала яҡлауҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарҙарын хуплауҙа беҙҙең парламент берҙәмлек күрһәтте”, - тине Башҡортостан Башлығы.