Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡоро закон ғәмәлгә инә

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһындағы ҡануни документ ҡабул итте. Ул Парламенттҡа Көйөргәҙе районы советы тарафынан тәҡдим ителгән.

Депутаттар бөгөн шулай уҡ төрлө тармаҡтарға ҡағылған 5 тиҫтәнән ашыу закон проектын ҡараны. Ултырышта Республика башлығы ла ҡатнашты. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр. Спиртлы эсемлектәр һатыу закон нигеҙендә тыйыла. Был башланғысты Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы халҡы күтәреп сыҡҡан. «Айыҡ ауыл» конкурсында 2-се урын яулаған төбәк тулыһынса айыҡ тормош яҡлы.

Яҡуттарҙың алкоголле эсемлектәр һатыу хаҡындағы тәҡдиме тәүҙә ауыл йыйылышында ҡаралған һәм ҡабул ителгән. Күркәм башланғысты Көйөргәҙе районы советы ла хуплаған. Артбан инде проект Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡарамағына тапшырылған. Башҡортостан парламенты бөгөн ҡануни башланғысҡа закон статусы бирҙе. Белгестәр фекеренсә, йәмәғәтселек фекеренә таянып эшләү ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә.

Бөгөн яҙғы сессиялағы һуңғы ултырыш. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай өсөн миҙгел һөҙөмтәле булған, төрлө фракция вәкилдәре ҡатмарлы шарттарҙа ла берҙәм көс булып, уртаҡ маҡсаттар менән эшләгән. Халыҡ фекерен иҫәпкә алыу, һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләү мотлаҡ, тине республика башлығы.

Бөгөнгө ултырышта ла төрлө өлкәләргә ҡағылған закон проекттары ҡаралды. Мәҫәлән, көрсөккә ҡаршы саралар, ул иҡтисади ярҙам алымдарын үҙ эсенә ала. Патентҡа һалым 15 тармаҡта ике тапҡырға кәметелә. Йылдам үҫеш биләмәһенә ингән предприятиеларҙа һалым күрһәткесе 6 проценттан 1 процентҡа кәмей. Ябайлаштырылған һалым системаһы индерелгән өлкәләр арттырыла.

Тағы ла бер мөһим ҡануни документ-патриотик тәрбиә биреүгә ҡағыла. Был закон проектына ярашлы мәғариф учреждениеларында флагтар күтәреү, гимн башҡарыу ҡаралған. Йәғни «Дәүләт символиикаһы» тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелә.

Башҡортостан депутаттары ҡараған закон проекттары араһында социаль өлкәгә ҡағылғандары ла күп. Шулай уҡ уңайлы мөхит тыуҙырыу, инфраструктура менән бәйле ҡануни документтар ҙа байтаҡ.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында биш тиҫтәнән ашыу ҡануни проект ҡаралды. Был парламенттың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышы, сессия дауамында бөтәһе 100-ҙән ашыу закон проекты ҡаралған, уларҙың 70-е закон статусы алған. Артабан депутаттар каникулдарға китә. Әммә был эшмәкәрлек туҡтатыла тигәнде аңлатмай. Йәйге осорҙа ла йәмәғәт тыңлауҙары, халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә.

Рәмзиә Кәримова