Өфөлә республика профсоюздар хәрәкәтенең 100 йыллығына арналған тантана үтте

Теүәл бер быуат элек 4-cе Бөтә башҡорт профсоюздар съезында Өфө губернаһы һәм Бәләкәй Башҡортостан берлек-ара ойошмалары берләшеп, профсоюздарҙың берҙәм өлкә советын ойоштора.

Бөйөк Ватан һуғышындағы хеҙмәт ҡаһарманлығы, һуғыштан һуң иҡтисадты тергеҙеү, төбәктең сәнәғәт һәм социаль өлкәләрен үҫтереү – сара сиктәрендә профсоюз тарихына арналған махсус күргәҙмә лә ойошторолғайны. Тантанала республика етәкселеге лә ҡатнашты.

Радий Хәбиров юбилей датаһына махсус әҙерләнгән почта продукцияһына мисәт һуғыуҙа ҡатнашты. Билдәле булыуынса, бөгөн Башҡортостандың профсоюздар федерацияһында ярты миллионға яҡын кеше ағза булып тора. Төбәк башлығы халыҡтың хеҙмәт мәнфәғәттәрен яҡлаусыларға йәмғиәтте алға әйҙәүҙәре өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Тантаналы сара сиктәрендә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе Михаил Шмаков Радий Хәбировты ойошманың «Берҙәмлек өсөн» билдәһе менән бүләкләне. Шулай уҡ бер төркөм профсоюз ағзаларына юғары дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.

Гөлназ Хәйбуллина