Бөгөн Өфө урман-техник техникумы студенттарына диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Уҡыу йортон бөтәһе 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет тамамланы. Уларҙың 33-ө ҡыҙыл дипломға эйә булды. Йәштәрҙең шатлығын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.
Бөрйән ҡыҙы Дания Сирбаева бала саҡтан сәскә ярата. Шуға ла ул ландшафт буйынса белгес булырға хыяллана. Был маҡсат Данияны Өфө урман-техник техникумына килтерә. Өс йыл дауамында уҡыу алдынғыһы төрлө бәйгеләрҙә, шул иҫәптән «Вордскиллз» һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнаша.
Быйыл урман техникумын 200-ҙән ашыу студент тамамлаған. Улар 6 йүнәлеш буйынса белем алған. Йәштәрҙең күбеһе республиканың урман комплексында эшләргә теләй. Шул уҡ ваҡытта тупланған тәжрибә үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн дә киң мөмкинлектәр тыуҙыра.
Быйыл техникум «Кроношпан» компанияһы ойоштороған халыҡ-ара конкурста беренсе урын яулаған. Бының өсөн уҡыу йортона 40 мең евро бүленгән.
Урман хужалығы башлыса ауыл ере менән бәйле булһа ла, диплом алыусыларҙың яртыһы тиерлек ҡала балалары. Уҡытыусылар уларҙың һәр береһенә төплө белем бирергә тырышҡан. Студенттар иһә үҙ оҫталыҡтарын практикала уңышлы һынаған.
Киләһе уҡыу йылына техникум тағы ла 200-ләп абитуриент ҡабул итегә йыйына. Туризм буйынса тағы ла яңы бүлек асыла. Документтарҙы 15 августҡа тиклем тапшырырға мөмкин.
Илдар Байбулатов