Ҡариҙел районы Ураҙбаҡты ауылы янында күләмле инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Тиҙҙән ғаилә ял үҙәге эшләй башлаясаҡ. Проект район һәм республика күләмендә «Инвестсәғәт»тә ҡатнашып хуплау тапҡан.
Туризм өлкәһендә иң ҙур инвестиция проектын ойоштороусылар балалары менән ял итергә килгән ғаиләләргә экологик белемдәрен арттырыу, тирә-яҡ мөхитткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатын да ҡуя. Яңы йүнәлештә ял һәм туризмды үҫтерергә йыйыныусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.
Хозур тәбиғәт ҡосағында, саф һауала, таҙа, мул һыулы , балыҡҡа бай Ҡариҙел йылғаһында ял итергә теләүселәргә ятып ҡыҙыныу өсөн махсус һикеләр ҡуйыласаҡ. Эко-отелдә туҡталыусыларҙан тыш, Ураҙбаҡты ауылы кешеләренә һәм башҡа ял итеүселәргә йәмәғәт пляжы менән ҡуллана алыу мөмкинлеген булдырыу ҡаралған.Тәбиғәттә ял итеү уңайлы һәм еңел булһын өсөн бөтәһе төптән уйланылған. Тиҙҙән мунса биләмәһендә ҡаҙандар урынлаштырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта ғаилә эко-отелендә йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эштәренең һуңғы этабы башҡарыла. Тротуарҙарҙа урыны менән асфальт түшәлә, дизайнерҙар ял итеү урындарын зоналарға бүлеп күп йыллыҡ үҫентеләр һәм декоратив ағастар ултырта. Төҙөлөштә тәбиғи материалдарға өҫтөнлөк бирелә.
«Ғаилә тарихы» эко-отеленең дөйөм майҙаны – бер гектар. Уны төҙөүгә 111 миллион һум инвестициялар йүнәлтелгән, уларҙың 85 миллионы төҙөлөшкә, инженер, һыу селтәрҙәрен ҡороуға, биналар төҙөүгә тотонолған. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында халыҡты эвакуациялау өсөн хәбәр итеү системаһы ла ҡоролған. Ике йыл элек рөхсәтһеҙ сүплек урыны булған ер, уңған эшҡыуарҙар тырышлығы менән танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Ҡариҙел йылғаһы ярында ял итеүселәр өсөн үҫемлектәр, ҡоштар, хайуандар донъяһы менән таныштырыу экскурсиялары, экологик ҡалдыҡтарға яңы һулыш бирергә өйрәткән күнекмәләр үткәреләсәк. Бынан тыш, этнография йүнәлешендә лә оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу ҡаралған.
Эко-отелдә 308 квадрат метрҙа спорт һәм 238 квадрат метрҙа резина келәмле балалар майҙансығы ҡоролған. Ике аҙнанан эко-отель рәсми рәүештә асылып, тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе ял итеү әүереләсәк тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова