Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған студенттарға диплом тапшырылды

Уҡыу йорто быйыл 1500 йәш белгес сығара. Буласаҡ аҡ халатлыларҙы ҡотлау тантанаһы «Өфө – арена» боҙ һарайында үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәүсе Батыршиндарҙың медицина өлкәһендәге дөйөм хеҙмәт стажы ярты быуаттан ашыу. Өсҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән стоматологтар ҡыҙҙары Регина табип һөнәрен үҙләштергәнгә ҡыуанып бөтә алмай. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған ҡыҙҙарының диплом алыуын улар тулҡынланып көткән.

Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусы студенттар араһында табиптар династияһынан килгән йәштәр байтаҡ. Егеттәр һәм ҡыҙҙар бала саҡтан пациенттарҙы дауалау эшен күреп үҫеп үҙҙәре лә табип һөнәрен һайлаған.

Диплом алыусы йәштәрҙең бер өлөшө үҙләштергән һөнәр буйынса эшләй башларға әҙерләнһә, икенселәре ординатурала уҡыуын дауам итергә ниәтләй. Университет етәкселеге, студенттар республика мәнфәғәтенә эшләп Башҡортостан пациенттарын дауалар тигән өмөттә.

Был сығарылыш курсы бик үҙенсәлекле, сөнки студенттар уҡыу ваҡытында уҡ медицина учреждениеларында көсөргәнешле режимда эшләне. Пандемия осоронда йәштәр табиптарға ярҙам итеп тәжрибә туплап, белгестәрҙең ышанысын яуланы.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе белгестәргә ихтыяж һәр ваҡыттағыса юғары. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа аҡ халатлыларҙың һөнәре ҙур һорау менән файҙалана. Медицина университетын тамамлаған студенттар республика дауаханаларында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең нигеҙе һәм таянысы булып тора.

Флорида Ким