Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә арналған район семинары Иҫке Тумбағош ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Фекер алышыуҙа район башлығы, ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашты. Шулай уҡ улар «Хәмитов» крәҫтиән-фермер хужалығында ла булды.
2004 йылда барлыҡҡа килгән ойошмала 15 хеҙмәткәр эшләй. Биләмәнең майҙаны – 3 мең гектарҙан ашыу. Хужалыҡ башлыса ужым һәм яҙғы культуралар үҫтереү менән шөғөлләнә, симменталь һәм герефорд тоҡомло 250 баш мал үрсетә. Авторпаркта 20 берәмек техника иҫәпләнә, уларҙың бер нисәүһе быйыл һатып алынған.
Рәзилә Ғиниәтуллина