Уларҙы изге маҡсат берләштерә

Баш ҡалала «Изге эштәр яры» акцияһы үтте. Студенттар, ирекмәндәр һәм Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр Ҡариҙел йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Акцияла ҡатнашыусылар өсөн уйындар, викторина кеүек күңел асыу саралары ла ойошторолғайны.

Әйткәндәй, акция дауам итә. Унда төрлө ҡала предприятиелары, ойошма вәкилдәре лә ҡатнаша. Әүҙемлек күрһәтеүселәргә бүләктәр ҙә әҙерләнгән.

Рәзилә Ғиниәтуллина