Туризмға сик юҡ. Хәйбулла районыныда инвалидтар өсөн туристик слет уҙғарылды.
Республика район-ҡалаларынан йыйылған 200-ҙән ашыу ҡатнашыусы Йәнтеш ауылы эргәһендә үткән туристик слетта көсөн һынаны. Уларға велотуризм, һыу һәм йәйәүлеләр туризмы кеүек ярыш майҙансыҡтары әҙерләнә. Туристик слетҡа республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы рәйесе Олег Ротов старт бирҙе
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов эш сәфәре барышында Хәйбулла районы йүнселдәре менән дә осрашты. Ул «Адель» һәм «Балта» коворкинг-үҙәктәре эшмәкәрлеге менән танышты. Объекттар 2021 йылда «Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» муниципаль программаһы сиктәрендә асылған.
Шулай уҡ районда ойошторолған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә туризмды үҫтереү, йөк ташыу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеү һәм пластик тәҙрәләр етештереү проекттарының презентацияһы үтте. Рөстәм Әхмәткәрим улы был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары һәм дәүләт ярҙамын алыу буйынса кәңәштәр бирҙе.
Әлфинә Килдейәрова